Еҙәй еләге.
Ул үҙенең составында файҙалы матдәләр миҡдары буйынса донъя рекордсыһылыр, моғайын. С, В, Е, К, РР витаминдары, тимер, марганец, органик кислоталар – был тулы исемлек түгел. Облепиха ашҡаҙан-эсәк юлдары, эсәктәр ауырыуҙарынан ярҙам итә, иммунитетты нығыта, организмдың һаҡланыу көсөн арттыра.
Лимон
Был емеш цитруслылар ғаиләһенә ҡарай, ул С витамины менән бай, лимонлы сәй һыуыҡ тейҙереүҙән, йоғошло ауырыуҙарҙан бик шәп дауа. Витаминдарҙы максималь күләмдә алыу өсөн сәй эскәндән һуң бер киҫәк лимон ашарға кәрәк.
Кейәү үләне
Ул ҡушылған сәй ысын мәғәнәһендә нескә һәм онотолмаҫлыҡ хуш еҫкә, тәмгә эйә. Файҙаһы ла күп. Был үҫемлектең иҫ киткес шифалы үҙенсәлектәре эфир майының күп булыуы менән бәйле. Бындай сәй бронхит һәм башҡа тын юлдары ауырыуҙарын, һалҡын тейҙереү һәм гриппты дауалауҙа яҡшы буласаҡ. Бынан тыш, кейәү үләне депрессиянан бик яҡшы дауа.
Әнис.
Ул ҡушылған сәй иммунитетты нығытып ҡына ҡалмаясаҡ, бөйөр һәм һейҙек юлдары ауырыуҙарынан да ярҙам итәсәк, бөйөрҙәге таштарҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк һәм ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлегенә файҙалы йоғонто яһаясаҡ. Был үҫемлек тын юлдары ауырыуҙарынан да файҙалы.
Бөтнөк
Был үҫемлектең эфир майында ментол күләме күп. Был матдә, үҙ сиратында, ауыртыуҙы баҫыусы, антисептик, бактерияға ҡаршы тороу, организмды нығытыу үҙенсәлектәренә эйә. Бөтнөк тиҙ тынысландыра, арыу һәм стресс билдәләрен бөтөрә.