“Ансат” вертолеты ярҙамында 164 пациентҡа тейешле ярҙам күрһәтелгән. Уларҙың 48-е балалар.
Санитар авиация республика дауаханалары һәм район медицина учреждениелары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итә. Ашығыс хәлдәрҙә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәүлек әйләнәһенә торакаль хирург, нейрохирург, ҡан тамырҙары хирургы, реаниматолог, акушер-гинеколог, эндоскопист, уролог, гастроэнтеролог, пульмонолог, гематолог һәм нефролог дежур итә. Айырым осраҡтарҙа яңаҡ-бит хирургтары һәм токсикологтар, комбустиологтар һәм инфекционистар йәлеп ителә.
Яңы йыл байрамы ваҡытында санитар авиация Дүртөйлө районында йәшәүсе 75 йәшлек инәйҙе ҡотҡарған. Уны үҙәк дуаханаға “Ашығыс ярҙам” машинаһы менән алып киләләр. Ҡатын тын ала алмауға, һауа етмәүгә зарланған. Табиптар томография үткәргәндән һуң үпкә артерияһы тромбоэмболияһы тигән диагноз ҡуя һәм пациентты Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына оҙатырға кәрәклеген билдәләй. Бының өсөн санавиация саҡыралар.
Санитар авиация бригадаһы пациентты республиканың төп дауаханаһының реанимация бүлегенә алып килә. Уға махсус ярҙам күрһәтелә.