Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Января 2025, 06:13

Инвесторҙар газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙы ябайлаштырыуҙы билдәләне

Башҡортостан Республикаһы бизнес-берләшмәһе вәкилдәре газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса онлайн вебинарҙа ҡатнашты.  

Инвесторҙар газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙы ябайлаштырыуҙы билдәләнеИнвесторҙар газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙы ябайлаштырыуҙы билдәләне
Инвесторҙар газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙы ябайлаштырыуҙы билдәләне

Сараны Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы «Газпром газ бүлеү Өфө» ойошмаһы менән берлектә үткәрҙе. Инвесторҙар газ менән тәьмин итеү селтәрҙәренә тоташтырыу процесын ябайлаштырыуҙы билдәләне: тоташтырыу тураһында ғариза электрон документ рәүешендә ғариза биреүсенең шәхси кабинетында йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә берҙәм шәхси кабинеттың подсистемаһына ебәрелә. Һәм был “Газпром”дың филиалына бармайынса хеҙмәт менән файҙаланырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ ғариза биреүсенең шәхси кабинетта  техник тоташтырыу процесының бөтә этаптарын күҙәтеү мөмкинлеге бар. Газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу ваҡыты уртаса 135 көндән 99 көнгә тиклем ҡыҫҡартылған.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас