Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2025, 13:56

Байрам бәхетһеҙлеккә әйләнмәһен ине...

Зинһар, ут менән һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ! Йылдың тәүге көндәрендә республикала 18 янғын теркәлгән.  

Байрам бәхетһеҙлеккә әйләнмәһен ине...Байрам бәхетһеҙлеккә әйләнмәһен ине...
Байрам бәхетһеҙлеккә әйләнмәһен ине...

Уларҙа бер кеше һәләк булған, дүрт кеше йәрәхәтләнгән.

Дыуан районының Рухтин ауылында ҡаҙанлыҡ бинаһы яна. Янғын һөҙөмтәһендә ике ир ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатыла, унда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 50 йәшлеге вафат була. 61 йәшлек ир ауыр хәлдә, уның ғүмере өсөн хәҙер табиптар көрәшә.

Нефтекама ҡалаһында пиротехника ҡабыҙғанда йәрәхәтләнеү осрағы теркәлгән. Петарданың ярсығы сәсрәп, 11 йәшлек ҡыҙҙың күҙенә тейә. Уны Өфө ҡалаһының дауаханаһына алып киләләр һәм операция яһайҙар.

Өфө районының Чесноковка ауылында 25 йәшлек ҡыҙ һәм 36 йәшлек ир янып, ауыр тән йәрәхәттәре алған, хәҙер улар реанимацияла.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

 - тиҙ янып китеүсән һәм яныусан шыйыҡсалар менән һаҡ булығыҙ;

 - эшләп торған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

 - янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйығыҙ, ул янғын хәүефен алдан белгертәсәк;

 - аш бүлмәһендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас