Ике көнлөк фестиваль Совет майҙанында, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, "Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү үҙәге" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы ярҙамы менән үтте.
– Ошо йылдар эсендә "Терра-ҡыш" фестивале өфөләр һәм ҡала туристары яратҡан сараларҙың береһенә әүерелде. Был ваҡиға халыҡты шатландырып ҡына ҡалмай, шулай уҡ үҙенсәлекле ҡышҡы байрам мөхитен тыуҙырып, республиканың туристик ҡеүәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә, – ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Ҡаланың тарихи үҙәге, әйтерһең, һабантуй майҙанына әүерелде. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булып кейенгән алып барыусылар байрам ҡунаҡтарына күңелһеҙләнергә ирек бирмәне, ярыштар, әүҙем күңел асыуҙар ҡатнашыусылар күңеленә йылы тәьҫораттар, шатлыҡ өҫтәне.
Байрам кисен “Мираж” төркөмөнөң элекке солисы Наталья Гулькина биҙәне.
1 ғинуарҙа карнавал кейемдәрендә конкурс-парад та ойошторолдо. Ҡаланың үҙәк урамдары буйлап әкиәт, фильм, йәнһүрәттәр персонаждары булып кейенгән 200-ләгән ҡатнашыусы үтте. Байрамға килгәндәр Совет майҙанында һепертке ярҙамында хоккей уйнаны, арҡан тартышты, тоҡ менән алышты, концерт ҡараны, гастрономия өсөн бүленгән майҙансыҡта һыйланды.