Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2025, 13:30

103 миллиард һумға 74 инвестпроект

Башҡортостанда агросәнәғәт үҫешә.  

103 миллиард һумға 74 инвестпроект103 миллиард һумға 74 инвестпроект
103 миллиард һумға 74 инвестпроект

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында әүҙем рәүештә дөйөм хаҡы 103 миллиард һумлыҡ 74 өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.

– 2024 йылда “Инвестсәғәт” форматында үткән комитеты ултырыштарында Республика Башлығы Радий Хәбиров агросәнәғәткә ҡағылышлы 13 яңы инвестиция проектын тикшерҙе, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Уларға инвестиция күләме 9 миллиард һум самаһы тәшкил итә, ә был проекттарҙа 624 эш урыны булдырыу планлаштырыла.

Тап тормошҡа ашырылған ҙур инвестиция проекттары республикала һөтсөлөк малсылығын үҫтереүҙә мөһим факторға әүерелде. 2024 йылда ғына һөтсөлөк комплекстарын төҙөү һәм яңыртыу буйынса өс инвестиция проекты тормошҡа ашырылған. Улар коммерция секторында һөт етештереүҙең артабанғы үҫешен тәьмин итәсәк. 2018 йылдан алып бөтәһе 21 һөтсөлөк фермаһы үҙҙәренең проект ҡеүәтенә еткән, уларҙа әле тауар һөтөнөң яҡынса 42 процентын (303,9 мең тонна) етештерә.

Уларҙың иң ҙур проекттары булып «Урожай» (Ауырғазы районы), «Төньяҡ Нива Башкирия» (Йәрмәкәй), «БАЗЫ» (Саҡмағош) "Ашҡаҙар" (Мәләүез), Калинин исемендәге хужалыҡ (Стәрлетамаҡ районы) тора.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас