Йылдар саты...
Йылдар саты... Ваҡыт етте Туҡтарға... Уйланырға: Яңы йыл тоғона ниндәй Уй - тойғолар алырға... Иң беренсе, хаталарым, Рәхмәт һеҙгә, булдығыҙ, Өйрәттегеҙ, илаттығыҙ, Инде, хуш, һау булығыҙ! Бер уҡ хатаны ҡабатлар Йәшем уҙҙы инде. Һеҙҙән алған тәжрибәләр Тоғомдо биҙәр генә... Оҙон йылым изгелеккә Шарттар тыуҙырып торҙо, Рәхмәттәрен йәлләмәйсә Өҫкә яуҙырып торҙо. Һауытыма тултырайым Рәхмәттәрҙең иң ҙурын. Яңы йылда мең бәләнән Ҡотҡара торған булһын... Һағыштарым, ҡайғыларым Артта тороп ҡалһындар! Улар һалған яраларға Дауалар табылһындар! Бергә булған шат мәлдәрҙе Йөрәгемдә алайым, Шул саҡтағы бәхет хисен Тоҡ төбөнә һалайым... Һауытыма тултырайым Туғандарымдың шатлығын, Ҡыҙым, ейәнемдең йылмайыуын. Кейәүемдең шуҡлығын.
Һәр аяҙ көн матурлығын Үҙем менән алайым. Быйылғы һаулығымды, икеләнһәм дә Яндарына һалайым... Ә һыҙланыу, әрнеүҙәрем Тороп ҡалһын үткәндә! ... Шулай тултырҙым тоғомдо Яңы йылды көткәндә... Әле урын бар, өҫтәрмен, Иҫемә төшкәндәрҙе... Маҡсаттарҙың, хыялдарҙың Иң татлы, бешкәндәрен!
Илдар Йәғәфәров