Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар 2025, 10:00

Яңы йылда Ҡуй йылында тыуғандарҙы нимә көтә?

Ҡуй (1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015)

Яңы йылда Ҡуй йылында тыуғандарҙы нимә көтә?
Яңы йылда Ҡуй йылында тыуғандарҙы нимә көтә?

 

 Ҡуйҙар тормошонда ла бигүк киҫкен булмаһа ла, мөһим үҙгәрештәр булыр. Йыл энергияһы үҙаллылыҡҡа һәм ижади эшкә этәрә.  Яҡындарығыҙҙың ярҙамы ла зыян итмәҫ.

Йыл һәләттәрегеҙҙе, ижади проекттарығыҙҙы, яратҡан шөғөлөгөҙҙө аҡсаға әйләндереү өсөн һәйбәт. Ҙур булмаған, әммә тотороҡло сығанаҡтар, ҙур хәүефле табышҡа ҡарағанда ышаныслыраҡ.

   Шәхси тормошоғоҙ ҙа  үҙ яйынса барыр. Иң мөһиме – бер-берегеҙгә ышаныу. Яңғыҙҙар ижади мөхиттә, уҡыуҙа, дуҫтары араһында үҙҙәренең парын осратыуы ихтимал.

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас