Иң мөһим аҙымдарҙың береһе тәмәке тартыуҙы ташлауҙыр. Был процесты нисек еңеләйтеү һәм һөҙөмтәлерәк итеү тураһында Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең хәүефле факторҙары мониторингы бүлеге мөдире Александр Шереметьев һөйләне.
- Күптәр Яңы йыл башында тәмәке тартыуҙы ташлау тураһында уйлана. Эште нимәнән башларға һәм ниндәй алымдар һөҙөмтәлерәк?
- Тәү сиратта, үҙ маҡсатыңды теүәл әйтеп ҡуйыу кәрәк: мәҫәлән, "Мин 1 ғинуарҙан тәмәке тартыуҙы ташлайым". Был һеҙгә көйләнергә ярҙам итәсәк. Табип менән кәңәшләшеү, никотинды алмаштырыу терапияһы һәм психологик ярҙам һөҙөмтәле ысулдар булып тора. Белгестәргә мөрәжәғәт итергә оялмағыҙ, улар һеҙгә тура килгән ысулды һайларға ярҙам итәсәк.
- Байрам көндәрендә кешеләр ғаиләһе, дуҫтары менән йышыраҡ йыйыла. Тәмәке тартыу әйләнә-тирәләгеләргә нисек тәьҫир итә?
- Пассив тәмәке тартыу һеҙҙең яҡындарығыҙҙың сәләмәтлегенә ысын хәүеф тыуҙыра. Төтөн хатта стеналар аша ла үтеп инә һәм уны һулаусыларҙың тын юлдары һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары ҡурҡынысын арттыра. Байрам миҙгелендә өй эсендә йәки балконда тәмәке тартмаҫҡа тырышығыҙ. Уның урынына тәмәке тартыуҙан баш тартыу яғына яғына бер аҙым яһарға тырышығыҙ һәм яҡындарығыҙға саф һауа бүләк итегеҙ.
— Байрамдарҙа, бигерәк тә дуҫтары менән тәмәке тартҡан кешегә унан баш тартыу ауыр. Быны нисек башҡарып сығырға?
- Әгәр компанияла берәйһе тәмәке тартырға йыйынһа, башҡалар менән һөйләшеүгә күсегеҙ йәки уйындар, конкурстар ойоштороусы ролен үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ. Тәмәке тартыуҙы ташларға ҡарар итеүегеҙ тураһында дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ - яҡындарығыҙҙың ярҙамы бик мөһим. Алдан уҡ альтернатива әҙерләгеҙ: тәмәкенән айыра торған нәмәләрҙе, мәҫәлән, һағыҙ, мәтләүек йәки бер стакан һыу ҡул аҫтында тотоғоҙ.
- Ҡышҡы осорҙа тәмәке тартыу һаулыҡ өсөн ниндәй өҫтәмә хәүеф тыуҙыра?
- Һыуыҡ һауа арҡаһында һулыш һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына йөкләмә арта. Тәмәке тартыу хәлде ҡатмарлаштыра: ул ҡан тамырҙарын тарайта, ҡан әйләнешен боҙа һәм туҡымаларҙа кислород кимәлен кәметә. Был бигерәк тә гипертония йәки бронхит кеүек хроник сирлеләр өсөн хәүефле. Бынан тыш, ҡышҡы һауа йыш ҡына ҡоро була, ә тәмәке тартыу лайлалы тиресәләрҙе өҫтәмә рәүештә ярһыта, инфекция йоҡтороу хәүефен арттыра.
Тәмәкеһеҙ һәр көн – яҡындарығыҙҙың хәлен яҡшыртыуға һәм сәләмәтлегенә бер аҙым. Быйылғы Яңы йылды үҙгәрештәрҙән башлағыҙ!