Ләкин уны булдырмау өсөн тәнгә төрлө әйбер тағып йөрөү - хаталы эш. Тәндең, кейемдең ҡайһылыр еренә ялтрауыҡлы, "күҙле" биҙәүес, йәки башҡа шундай күҙгә бәрелеп торған әйберҙе тағыу "кешенең иғтибарын шул әйбергә тартып, күҙ теймәҫ" тигән ышаныуҙарға нигеҙләнгән. Был ысул менән балаларҙы ла яуыз күҙҙән һаҡласаҡсы булалар. Был дөрөҫ түгел.
Күҙ тейеүгә ҡаршы иң яҡшы сара һәм дауа - Ҡөрьән Кәримдән сүрәләр уҡыу. Пәйғәмбәребеҙ (уға Аллаһтың сәләме һәм рәхмәте булһын) һәм уның сәхәбәләре заманында был ысул уңышлы ҡулланылған. Ғәҙәттә, күҙ тейеүгә ҡаршы "Фатиха", "Ихлас", "Фәләҡ", "Нәс", сүрәләре, "Аятел-Ҡөрси" һәм "Ҡәләм" сүрәләренең 51-се аяты уҡыла.
"Бәхетлеләр" календарынан.