– Һөт етештереүҙең артыуы күп йәһәттән һөт көтөүенең етештереүсәнлеге артыуына бәйле. Республиканың ауыл хужалығы ойошмаларында 2024 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында бер һыйырҙан һауым 7021 кг тәшкил иткән. Был бер йыл элеккегә ҡарағанда 6 процентҡа күберәк. Ә 5 йылда һыйырҙарҙың һөт етештереүсәнлеге артыуы 130% тәшкил итте, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Яңы, шулай уҡ ғәмәлдәге комплекстарҙы реконструкциялау һәм модернизациялау ҙа тармаҡты үҫтереүҙә мөһим фактор булып тора. 2024 йылда һөтсөлөк комплекстарын төҙөү һәм яңыртыу өсөн 3 инвестиция проекты тормошҡа ашырылған, улар коммерция секторында һөт етештереүҙең артабанғы үҫешен тәьмин итәсәк.