Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар 2025, 09:00

Башҡортостан студенты Рәсәй милли премияһын яуланы

Уның "Ҡызыл раузалар" йырын башҡарыуы еңеү килтергән...  

Башҡортостан студенты Рәсәй милли премияһын яуланыБашҡортостан студенты Рәсәй милли премияһын яуланы
Башҡортостан студенты Рәсәй милли премияһын яуланы

Мәскәүҙә “Йыл студенты-2024” Рәсәй милли премияһы еңеүселәрен бүләкләнеләр. Дүрт көн буйы Рәсәйҙең 67 төбәгенән 600 студент үҙ-ара көс һынашты. М. Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университетының Педагогика институты студенты Марсель Закиров “Йылдың ижади шәхесе” номинацияһында еңеүсе булды.

Марсель Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты магистратураһының беренсе курсында уҡый. Ул университеттың бөтә ижади сараларында әүҙем ҡатнаша, “Студенттар яҙы” республика фестиваленең күп тапҡырҙар лауреаты. “Йылдың йәш лидеры”, “Иҙел” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙары фестиваль-конкурсы һәм “Ҡырым берләштерә” Бөтә Рәсәй музыкаль конкурс-фестивале лауреаты ла. Әлеге ваҡытта Марсель уҡыуын һәм ижадын Өфө ҡалаһының “Северный” үҫмерҙәр клубындағы эш менән бергә алып бара.

- Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән талантлы йәштәр менән осраштым. Аҙаҡҡа тиклем кемдең еңәсәген, кемдең лауреат буласағын аңламаныҡ, сөнки студенттарҙың күпселеге бер тиң барҙы, конкуренция ҙур ине. Һәр кем үҙенсә көслө, үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫлыҡ. Финал этабында һынауҙар күп булды. Ижади сығыш мөһим булды, мин “Ҡыҙыл раузалар” йырын башҡарҙым. Бындай ҙур конкурста Башҡортостан исеменән сығыш яһау яуаплы эш булды. Миңә ҙур ярҙам күрһәткән университет етәкселегенә бөтә саралар өсөн  ҙур рәхмәт! Бары шундай теләктәшлек менән генә еңеүгә өлгәшергә мөмкин! – ти Марсель.

Марсель Зариповты тағы ла бер ҙур еңеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас