Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар 2025, 08:00

"Ҡар бабай менән Ҡояшҡай"

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында башҡорт телендәге спектаклдең премьераһы үтте.  

"Ҡар бабай менән Ҡояшҡай""Ҡар бабай менән Ҡояшҡай"
"Ҡар бабай менән Ҡояшҡай"

Спектакль алдынан, йола буйынса, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары бәләкәй тамашасылар менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны.

Спектаклдә һөйләнелгән тарих яҙ етеү менән ирергә тура киләсәген белеп ҡалған бәләкәй Ҡар бабай тураһында. Спектаклде сәхнәгә сығарыусылар уға тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һалған: ул тамашасыларҙы донъяның бер туҡтауһыҙ әйләнеп тороуы, яҡындарыңа ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәклеге һәм башҡалар өсөн йәнеңде фиҙа ҡылыу тураһында уйланырға мәжбүр итә. Тамашаны балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре яратып ҡараны.

"Ҡар бабай һәм Ҡояшҡай" әкиәтенең ҡуйыусы режиссеры - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова, рәссамы - Светлана Степанова, композиторы - Эдуард Исламов, йыр һүҙҙәрен Владимир Аношкин яҙған. Пьеса авторы - Артем Малахов, башҡортсаға Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, драматург Зөһрә Бураҡаева тәржемә иткән.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас