Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Декабря 2024, 13:00

"Килешәһегеҙҙер: йылан – тауыш сығармай торған йәнлек..."

Шағирә, яҙыусы, журналист, “Ҡыҙыл таң” гәзите хеҙмәткәре Ләйсән Яҡупова йылан йылында тыуған. Ул үҙ йылы тураһында фекере менән бүлешеп, изге теләктәрен еткерҙе:  

"Килешәһегеҙҙер: йылан – тауыш сығармай торған йәнлек...""Килешәһегеҙҙер: йылан – тауыш сығармай торған йәнлек..."
"Килешәһегеҙҙер: йылан – тауыш сығармай торған йәнлек..."

– Элек йондоҙнәмәгә скептик ҡарашта инем, һуңғы йылдарҙа ҡыҙыҡһына башланым. һәм уларҙа күпмелер дәрәжәлә дөрөҫлөк барлығынан инанам. Уйлап ҡараһаң күп кешенең холоҡ-фиғелдәре йондоҙнәмәгә яҙылғандарға тура килә бит. Йылан йылында тыуғандарға уйлап эш итеү, зирәклек, һығылмалыҡ хас, тиҙәр. Үҙемде зирәкмен, тип маҡтанмайым, ләкин ниндәйҙер аҙым яһар алдынан уйланыуым бар. Тыныслыҡ яратам, тауыш күтәргән кешеләрҙе өнәмәйем: был донъяла һәр нәмәне тыныс аҡыл менән хәл итеп була, тип уйлайым. Килешәһегеҙҙер: йылан – тауыш сығармай торған йәнлек. Күңел – ул шундай нимә, гел өмөт менән йәшәй. Йылан йылы айырыуса мәрхәмәтле булыр, тип өмөтләнәм. Уңыш, бәхет ишектәре асылһын!
Яңы йыл, тип тибә тағы
Ҡанатланған был йөрәгем.
Күңелемдә йәшәй һаман
Ҡабатланған бер теләгем:
Яңы бехет, яңы һөйөү,
Яңы дуҫлыҡ, яңы юлдар,
Шатлыҡ тулы яңы тормош
Алып килһен Яңы йылдар...

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас