Иҫке йылды оҙатабыҙ...
Байрам тыуғас, ваҡыт булмаҫ, Бөгөн ҡотлайым әле... Барыбыҙ ҙа һау- сәләмәт, Бәхетле булайыҡ, йәме! Иҫке йылды оҙатабыҙ... Ҡайғы-шатлығы булды. Кемдәрҙер Ерҙе ташланы, Кемдәрҙер Ергә тыуҙы. Үткәне үткәндә инде, Күңелдәрҙә һаҡланыр... Бары яҡшылыҡ теләйек: Үтер юлдар сафланыр! Барығыҙға бәхет булһын, Дуҫтарым, туғандарым. Аҡыл, тәүфиҡ, муллыҡ булһын,Ейәндәр, балаларым! Бәлә-ҡазалар ҡаҡмаһын Бер кемдең дә ишеген. Тик яҡшы хәбәрҙәр генәҺәр көндө ишетәйек! Йылмайыу ҡунһын иренгә, Шатлыҡ ҡына теләйек! Барыбыҙ ҙа Яңы йылғаҺөйөнөп барып керәйек! Яңы йыл менән дуҫтарым, Яңы бәхеттәр менән! Теләгем ихлас бит минең, Ҡабул буласаҡ, беләм.🎄❄🎄❄🎄❄🎄❄🎄