– Миңә йыш ҡына Ҡыш бабай булып, балаларҙы ҡотлауымды һорайҙар. Хатта ауылға ҡайтҡанда ла балалар баҡсаһына килеүемде үтенгәндәре булды. Әлбиттә, сабыйҙарҙы мөғжизәгә ышандырыу бик ауыр, шулай ҙа баш тартмайым һәм был эш өсөн аҡса алмайым. Үҙем 2-се класҡа тиклем Ҡыш бабай барлығына ышанып, бүләк, күстәнәс көтә инем. Бер нисә тапҡыр уны тотам, тип шыршы төбөндә көтә-көтә йоҡлап киткәнем дә булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның менән осрашыу насип булманы.
Нисектер шулай тура килә: Яңы йыл байрамын мин йыш ҡына эштә ҡаршы алам. Быйыл да саҡырыу бар, тимәк кешеләргә йыр-моңдарым менән байрам кәйефе, шатлыҡ бүләк итәсәкмен. Үҙ йылыма бары бер генә теләк: донъяларға, илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Һәр таңыбыҙ именлек менән килһә, кешеләр үҙенә кәрәк хыялдарын мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡ, - ти Иҙел.
Йырсының үҙенә лә изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уға Яңы йылда һаулыҡ, ижади уңыштар, яңы ролдәр, оло еңеүҙәр насип булһын!