Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2024, 09:00

Яңы йыл емеше менән һаҡ булығыҙ

Йәки, көнөнә нисә мандарин ашарға ярай?  

Яңы йыл емеше менән һаҡ булығыҙЯңы йыл емеше менән һаҡ булығыҙ
Яңы йыл емеше менән һаҡ булығыҙ

Диетологтар яңы йыл осоронда үтә лә популяр булған мандарин емешен күп ашамаҫҡа кәңәш итә. Максималь файҙа алыу өсөн уны көнөнә 200-250 грамм ашау етә, ти улар.

Мандарин калорияһы ҙур түгел: 100 грамға 38 ккал. Туҡлыҡлы мәтдаләр составын, нигеҙҙә углеводтар тәшкил итә. Был емеш С витамины сығанағы - 100 грамында көндәлек норманың 40 проценты бар. Шулай уҡ В төркөмө витаминдарына каротиноидлар - А провитаминына, минераль матдәләргө, органик кислоталарға, биофлавонидларға, клетчаткаға бай.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, белгестәр мандаринды самалап ашарға кәңәш итә. Күпләп ашағанда ул шәкәр диабетына, экземаға килтереүе бар. Оло кешеләрҙә иһә псевдоаллергия реакцияһы барлыҡҡа килә. Был, үҙ сиратында ҡысыныуға, тәндә тимгел таптар сығыуға сәбәпсе була.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас