Бөрйән районында ҡышҡы ялдарҙы һәм байрамдарҙы ғаилә менән күңелле үткәреү, йәки оҙон эш көндәренән һуң саф һауала рәхәтләнеп ял итергә теләүселәр өсөн күтәргесле тюбинг трассаһы асылды. Шәхси эшҡыуар Рәнис Йәнбирҙин төҙөткән ял итеү урыны “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына боролған ерҙә урынлашҡан.
Тюбинг трассаһын асыуҙа район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, уның урынбаҫарҙары Илфат Ғәлин, Артур Ғәлин һәм Йәнбирҙиндарҙың шатлығын уртаҡлашырға ашығыусы район халҡы ҡатнашты.
Изге теләктәр әйтеп ал таҫмалар киҫелгәс, йыйылған халыҡ тюбинг шыуырға юлланды. Шуныһы рәхәт, тауға ҡарай арып-талып атлап менеү юҡ, механик ҡоролма ярҙамында тюбингтарға ултырып ҡына күтәрелергә мөмкин.
Ял итеү урынында тау шыуыуҙан тыш, бананда йөрөү, өшөп китһәң, инеп сәй эсеп, тәмлекәстәр ашап йылынып алыу өсөн кафе ла булдырылған.
Сығанаҡ: "Таң" гәзите.