Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2024, 07:30

Машина күперҙән йылғаға осҡан

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы үлеүселәр бар...  

Машина күперҙән йылғаға осҡанМашина күперҙән йылғаға осҡан
Машина күперҙән йылғаға осҡан

Юл фажиғәһе бөгөн төндә, Әбйәлил районының Хәлил ауылы янында булған. Машинала өс кеше булған. "Ситроен" автомобиле шоферы идара итеүҙә яңылышлыҡ күрһәтеп, күперҙән йылғаға осҡан.

Бер пассажир машинанан сыға алған. Ул водитель менән икенсе пассажирҙы ла сығарырға тырышҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы ҡотҡарып булмаған. Иҫән ҡалған пассажир әлеге ваҡытта дауаханала.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас