“Йәшлек” республика гәзите Ейәнсура районы хакимиәте һәм “Мосафир” оҫтаханаһы менән берлектә шағир Ғилман Ишкининдың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан уның шиғырҙарын ятлаусылар араһында видеоконкурс ойоштора. Ул 2025 йылдың 1 ғинуарынан 19 ғинуарға тиклем үтә. Еңеүселәр 2025 йылдың 22 ғинуарында билдәле була. Килгән яҙмаларҙың иң яҡшы тип табылғандары, конкурс шарттарына тап килгәндәре “Йәшлек” гәзитенең “Бәйләнештә” сайтындағы рәсми төркөмөнә сығарыласаҡ.
Видеояҙмалар гәзитебеҙҙең электрон почтаһына (ye02@yandex.ru адресы буйынса), йәки “Бәйләнештә” сайтындағы “Йәшлек” гәзитенең рәсми төркөмөнә (https://vk.com/yeshlek_gazite) ҡабул ителә.
Йәш һәм тема буйынса сикләү юҡ. Бер кеше өс шиғыр менән ҡатнаша ала. Тик һәр шиғырға айырым видеояҙма булырға тейеш. Яҙмаларҙың сифатлы һәм тауышы асыҡ, аңлайышлы булыу мотлаҡ.
Белешмәләр өсөн телефон номеры: 273-46-38, 273-52-08.