Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2024, 15:30

Башҡорт ҡыҙы донъя кимәлендәге конкурста ҡатнаша

Радмила Әсфәндийәрова Ҡытайҙа үткән "MISS TOURISM WORLD-2024" матурлыҡ бәйгеһенә юлланды.  

Башҡорт ҡыҙы донъя кимәлендәге конкурста ҡатнашаБашҡорт ҡыҙы донъя кимәлендәге конкурста ҡатнаша
Башҡорт ҡыҙы донъя кимәлендәге конкурста ҡатнаша

Конкурс бер нисә этаптан тора, финал 14 ғинуарға тәғәйенләнгән. Быйыл унда донъяның төрлө төбәктәренән йыйылған 60 ҡыҙ еңеүсе тажы өсөн көс һынаша. Әлеге ваҡытта сибәркәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, экскурсиялар, репетициялар, фото һәм видиосессиялар үтә.

Радмилаға 23 йәш, быйыл яҙ "Мисс Республика" конкурсында еңеү яуланы. Шулай уҡ "Мисс Рәсәй" конкурсында ҡатнашып, иң матур 20 ҡыҙ иҫәбенә инде, "Милли кейем" һәм "Талант" номинацияларында еңеү яуланы. Һылыуҡайыбыҙ "LUNA MODELS" агентлығында (етәксеһе Луиза Закирйәнова) шөғөлләнә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас