Атмайыҡ шул салюттарҙы
Атмайыҡ шул салюттарҙы,Ул да уттың сатҡыһы.Уйланығыҙ, ишетегеҙ,Кемдең килә атҡыһы:Яңы йыл былай ҙа килә —Уның ҡануны шулай,Дөрһөлдәгән салюттарҙанЯралы йөрәк тулай.Кемгәлер ул хәтерләтә Ауыр алыштар мәлен...Аңлағыҙ әсәләр зарын,Тол ҡалған ҡатын хәлен...Салют атыр сәбәп булыр —Һуғышы ғына бөтһөн,Салют атыр көндәр булыр —Еңеүе генә етһен!Һуғыш яланынан әйткәнЯугир сәләмен ишет :- Атмағыҙ салют! КүршеңдәКем йәшәй ҡайғы кисеп.Кемгә байрам — байрам түгел,Мең ғазапта йөрәге...Кемдең улы вафат бөгөн,Кемдең бөртөк терәге...Осормағыҙ салюттарҙы,Кемуҙарҙан, ярышып,Кемдер ята яу ҡырындаҮлем менән алышып.Һуҡыр булмайыҡсы индеКеше ҡайғыларына,Әсе тоҙ һалғандай булырЙөрәк яраларына.
Әнисә Махийәнова.