Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабря 2024, 16:00

"Беҙ еңәбеҙ, әсәй!..."

"Беҙ еңәбеҙ, әсәй!..." Алыҫтарҙан,Килеп етте хаты улынан.Күҙ йәштәрен һөртә-һөртә әсә,Ысҡындырмай хатты ҡулынан. "Беҙ еңәбеҙ әсәй, доғаларың,Һаҡлап килә һәр бер көнөмдә.Ҡайтам, әсәй, икмәгеңде ашап,Бергәләшеп йәнә көлөргә... Яҡты көндәр алды, алһыу таңдар,Булыр әле әсәй, бирешмә!Йылмай, зинһар, еңеү көнө алда, Бойок булыу һиңә килешмәй"- Килһә ине хаттар әсәләргә,Өҙөлмәһен ине юлдары.Бер минут та тынмай доға ҡылған,Әсәләрҙең ҡайтһын улдары. Бөтһөн һуғыш, тынлыҡ килһен ергә,Атһын ине бәхет баҡсаһы,Һәр әсәнең моңһоу йөрәктәре, Ҡосаҡлаһын ине балаһын Ҡосаҡлаһын йәнә балаһын....(Гульнур Ишкильдина)

"Беҙ еңәбеҙ, әсәй!...""Беҙ еңәбеҙ, әсәй!..."
"Беҙ еңәбеҙ, әсәй!..."

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас