Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2024, 04:00

Ветеран “аҡыллы йорт”та йәшәйәсәк

Дәүләкәндән махсус хәрби операция ветеранының йорто уңайлы йәшәүгә ҡулайлаштырылған.

Ветеран “аҡыллы йорт”та йәшәйәсәкВетеран “аҡыллы йорт”та йәшәйәсәк
Ветеран “аҡыллы йорт”та йәшәйәсәк

“Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, МХО-ла ауыр яраланып, аяғын ҡырҡтырып ҡайтҡан Сергей Семеновтың йортон «аҡыллы йорт» системаһы, робот-саң һурҙырғыс, «Алиса» колонкаһы менән йыһазландырғандар.

Шулай уҡ санузел яңынан эшләнгән, янғынға ҡаршы датчик һәм махсус аш-һыу мебеле – шкафтар, өҫтәлдәр, ултырғыстар, ҡуйылған. Бынан тыш, махсуслаштырылған эш урыны булдырылып, ишектәре лә яңыртылған. Уңайлылыҡ өсөн тупһаларҙың бейеклеге кәметелгән.

Сергей Семенов 2022 йылдың көҙөндә махсус хәрби операцияға киткән, ә былтыр йылда ҡаты яраланған. Уның тубығына тиклем аяғын киҫкәндәр.

Инвалид-ветеран өйөнә әйләнеп ҡайтҡас та социаль координаторҙар уны опекаға алған.

Һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны Сергей Семенов билдәләүенсә, Башҡортостанда махсус операция ветерандарын социалләштереү программаһы һөҙөмтәле эшләй.

Әйткәндәй, уға тәүҙә III төркөм инвалидлыҡ төркөмө бирелгән, һуңынан соцкоординаторҙар тейешле документтарын йыйышып, II төркөмгә күсергә ярҙам иткән.

Фото: Защитники Отечества.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас