Улар бүләккә таш алып йөрөй. Иң ҙурын өй тупһаһы алдына һалалар. Ул ҙур байлыҡ символы булып тора. Ә бәләкәй таштар төрлө күңелһеҙлектән һәм ҡайғынан һаҡлай.
Бынан тыш, гректар Яңы йыл төнөндә гранат яра. Өйҙә утты һүндерәләр, барыһы ла тупһаға сыға һәм кемдер емештәре мөмкин тиклем төрлә яҡҡа таралһын өсөн, бар көсөнә гранатты ырғыта. Уларҙың ышаныуы буйынса, гранат емештәре ни тиклем күберәк тарала, йыл шул тиклем уңышлыраҡ, бәхетлерәк һәм байыраҡ була.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.