Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2024, 15:10

Ғаилә менән - спортҡа!

Ҡариҙел районы үҙәгендәге "Олимпиец" физкультура-һауыҡтырыу комплексында бик яҡшы ғаилә фестивале үтте.

Ғаилә менән - спортҡа!
Ғаилә менән - спортҡа!

Спорт сараһы ГТО буйынса Бөтә Рәсәй комплексына ярашлы ойошторолоп, "Атай, әсәй, ағай һәм мин - ГТО ғаиләһе" тип аталды. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылына арналды, тип хәбәр итәләр райондан.

Белеүегеҙсә, Башҡортостанда "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль йүнәлеше әүҙем ғәмәлгә ашырыла.

Әлеге күңелле ярышҡа алты ғаилә командаһы килгән. Улар ГТО нормалары буйынса һынау тотҡан. Сәләмәт һәм хәрәкәтле тормошҡа ни етә!

Фото: Министерство спорта Республики Башкортостан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: