Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабря 2024, 15:30

Яңы йыл табынына: Крекерлы “Шыршыҡай” ҡабымлығы

Үҙенсәлекле тәм, эшләүе лә еңел генә. 

Яңы йыл табынына: Крекерлы “Шыршыҡай” ҡабымлығыЯңы йыл табынына: Крекерлы “Шыршыҡай” ҡабымлығы
Яңы йыл табынына: Крекерлы “Шыршыҡай” ҡабымлығы

Ингредиенттар өс бәләкәй шыршыға иҫәпләнгән.

Кәрәк: тауыҡ йомортҡаһы – бер дана, йомшаҡ сыр – 100 г, эремсекле (творожный) сыр – ике ҡалаҡ, черри помидоры – ике дана, һарымһаҡ – бер тырнаҡ, укроп – 30 г, крекер – өс дана, гранат бөртөктәре.

Әҙерләү: бешкән йомортҡаны һәм сырҙы ваҡ итеп ҡырырға, помидорҙы ла ваҡлап турарға, артыҡ һутын түгергә. Тәрән һауытта барыһын бергә бутап, эремсек сырын да ҡушырға һәм өҫтөнә һарымһаҡты һығырға.

Шыршыны “баҫтырып” ҡуйыу: сырлы массаны усығыҙға һалып, конус формалаштырырға ла, уны туралған укропта әүәләргә. Шунан шыршыны крекерға ҡуйып, гранат бөртөктәре менән биҙәргә.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас