28 декабрҙә «Артерия» үҙәге алдындағы майҙанда (Октябрь проспекты, 67/2) тәүге тапҡыр яңы йыл йәрминкәһе ойошторола, унда республика фермерҙары һәм етештереүселәре тәм-том, сырҙар, ит деликатестары, һөт продукцияһы, ә һөнәрселәр сувенир һәм төрлө ҡул эше тәҡдим итә. Һәм, әлбиттә, күңел асыу саралары ла күҙалланған: концерт программаһы, конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре көтөлә.
Был турала ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә һөйләнеләр. Дөйөм алғанда, Өфөлә төрлө майҙанда йәрминкәләр 30 декабргәсә дауам итәсәк.
фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.