Ошо көндәрҙә генә Баҡалы районының Яңы Маты ауылында тыуып үҫкән егеттең, беренсе мотоуҡсылар ротаһының отделение командирының, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының дәүләт наградаһына тәҡдим ителгәнлеге билдәле булды.
Хәрби бурысты үтәгәндә батыр яҡташыбыҙ арыҫландай алыша, алға ынтылған дошманға баш күтәрергә лә ирек бирмәй, уларҙы туҡтауһыҙ ут аҫтында тота. Сая егет үҙ батальонының һөжүм итеүсе төркөмдәренә ярҙам итеп, ваҡытында һәм грамоталы рәүештә позицияларын алмаштыра, хәрби бурысты намыҫ менән үтәй. Иптәштәренең ғүмерен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән ҡыйыу командирҙың имен-аман хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Фото: https://vk.com/bakaly_adm?w=wall-170973359_16893