Ҡыҙыл балыҡ һәм ҡыяр менән
Ҡыярҙы 0,7 – 1 см ҡалынлыҡта түңәрәкләп киҫергә. Блендерҙа һуған, йогурт, эремсек сырын, бер аҙ укропты бутарға. Тәменсә тоҙларға. Балыҡты ла турарға.
Баяғы блендерҙа иҙелгән кремды ипләп кенә ҡыяр өҫтөнә һалырға. Крем өҫтөнә балыҡ һалып, балыҡҡа укроп һибергә.
Уңайлы булһын өсөн бәләкәй таяҡсалар (шпажка, теш таҙартҡыс) тығығыҙ.
Һуған яратмаһағыҙ, ҡушмағыҙ.
Колбаса һәм сыр менән
Булка телемен алып, махсус форма йә рюмка менән түңәрәк киҫергә. Киҫәктәрҙе табала ҡыҙҙырырға. Ҡыярҙы уртаса ҡалынлыҡта ҡырҡырға һәм өҫтөнә сыр һыларға (сливочный сыр). Ҡыяр менән сырҙы булкаға һалырға. Таяҡсаға петрушка япрағын ҡаҙап, уға колбаса телемен елкән һымаҡ итеп “кейҙерергә”, араһына зәйтүн емеше тығырға һәм шул уҡ таяҡсаға булкалағы канапены өҫтәргә.
“Тунһыҙ селедка”
Уға алдан сөгөлдөрҙө бешереп алырға кәрәк. Сөгөлдөрҙө һәм алманы ҡырып, тәмләткестәр һәм майонез ҡушып, яҡшылап болғарға.
Ҡара икмәкте табала ҡыҙҙырып алырға. Уға сөгөлдөрлө массаны һалырға ла, өҫтөнә йоҡа итеп теленгән балыҡты һалырға. Шпажка менән нығытып ҡуйырға.
Был канапе ҡыяр, йәшел борсаҡ, үлән менән биҙәп бирелә.