Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабря 2024, 08:20

Ҡайғылы хәбәр: Рәлис Ураҙғолов вафат...

Башҡорт журналисы, яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар берлеге ағзаһы Рәлис Ришат улы Ураҙғолов баҡыйлыҡҡа күскән. Уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Ҡайғылы хәбәр: Рәлис Ураҙғолов вафат...Ҡайғылы хәбәр: Рәлис Ураҙғолов вафат...
Ҡайғылы хәбәр: Рәлис Ураҙғолов вафат...

Рәлис Ришат улына 10 ғинуарҙа 60 йәш тулыр ине...

Ғүмеренең яртыһынан ашыуын ул башҡорт журналистикаһына арнаны.

Ете йыл "Йәшлек" гәзитендә эшләне һәм үҙен тос фекерле, үткер ҡәләмле, намыҫлы белгес итеп танытты. Рәлис Ураҙғоловтың "Аслыҡ" романы киң ҡатлам уҡыусылары баһаланы.

Башҡортостандың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты тағы ла күп әҫәр ижад итер ине...

Ҡатыны Нурия апай менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өлкәне Тимерғәли - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, һәр береһе үҙ урынын тапҡан, уңғандар.

Рәлис Ураҙғоловты 26 декабрҙә тыуған яғында ерләйәсәктәр.

Ғаиләһенең, балаларының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Юлай Кәримов.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас