Уларҙың барыһы ла тематик бүлектәргә берләштерелгән. Бында ойоштороу мәсьәләләре, гуманитар ярҙам күрһәтеү, муниципалитеттарҙа үткәреүгә тәҡдим ителгән иҫтәлекле даталар календары, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль-хеҙмәт адаптацияһы буйынса, шулай уҡ мәҙәни-ял, спорт һәм патриотик саралар күҙ уңында тотола.
Тематик йылды асыу тантанаһы Өфөлә 2025 йылдың 23 февралендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саралар сиктәрендә үтәсәк.
Бынан тыш, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы сиктәрендә ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу күҙаллана. Улар иҫәбендә – «Ҙур ғаилә ялдары», «Үҙебеҙҙекеләр хаҡында хәстәрлек менән», «Ҡыйыулыҡ», «Армия мәҙәниәте көндәре» акциялары, «Геройҙар ваҡыты» патриотик йыр конкурсы, «Ирҙәрсә һөйләшеү» форумы, «Уңышҡа үҙ юлың» йәштәр фестивале, махсус хәрби операция ветерандары араһында «Яугир» ярыштары, республиканың исемле батальондары байраҡтарын ҡаршылау марафоны, шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фонды филиалдары етәкселәре өсөн Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе.
Фото: Башинформ.