Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2024, 11:20

Ул бары тик МХО-ла булған атаһы менән осрашырға барған

14 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере ғәзиз кешеһенең ҡулынан ҡыйыла.

Ул бары тик МХО-ла булған атаһы менән осрашырға барғанУл бары тик МХО-ла булған атаһы менән осрашырға барған
Ул бары тик МХО-ла булған атаһы менән осрашырға барған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Якутия яугирына бер аҙналыҡ отпуск бирелә. Ул Якутияға барып етергә өлгөрмәүен әйтә һәм ғаиләһен Ростовта осрашырға саҡыра. Ҡуртымға алынған фатирҙа оҙаҡ көткән осрашыуҙы ир менән ҡатын һәм уларҙың балалары — 10 йәшлек малай һәм 14 йәшлек ҡыҙ бергә билдәләй. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, осрашыу  фажиғәле тамамлана.  Спиртлы эсемлекте артыҡ  эскән  ир бысаҡҡа тотона һәм үҫмер ҡыҙын сәнскеләп үлтерә. Улы әллә ни яраланмай, әсәләре етди яралар менән дауаханаға эләгә.  Яугир иһә үҙе үҙ-үҙенә ҡул һала.

 Билдәле булыуынса, иргә яуҙа алған йәрәхәттәрҙән һуң спиртлы эсемлектәр ҡулланыу тыйылған булған. Моғайын, ул аффект хәлендә булғандыр, тип фаразлай белгестәр.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас