Ҡалған эштәрҙе башҡарғанда хәрәкәт туҡтатылмай. Был хаҡта БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова белдерҙе.
«Артабан күперҙә хәрәкәтте ябыуға бәйле булмаған эштәр көтөлә. Мәҫәлән, ҡойма ямғыр канализацияһын төҙөү, яҡтыртҡыстар ҡуйыу», – тип билдәләне Минакова.
Республика Башлығы Өфө халҡына түҙемле булғандары өсөн рәхмәт әйтте.
«Һеҙгә еңелдән тура килмәне. Ләкин хәрәкәтте япмайынса ремонтлап булмай», – тине Радий Хәбиров.