Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2024, 10:19

Һәр баланың теләге тормошҡа ашһын!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә кемгә яңы йыл бүләктәрен әҙерләй башлауы хаҡында һөйләне.  

Һәр баланың теләге тормошҡа ашһын!Һәр баланың теләге тормошҡа ашһын!
Һәр баланың теләге тормошҡа ашһын!

«Шәмбе көндө беҙҙең проектты – «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһын астыҡ. Балаларға бүләктәр әҙерләй башланым, хөкүмәт ағзаларынан да Яңы йыл алдынан балаларға бүләктәр тапшырыу өсөн ошо шәп акцияға ҡушылыуҙарын һорайым», — тине республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Ул Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында ҡуйылған яңы йыл шыршыһынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың теләктәре яҙылған 5 уйынсыҡты алды.

Мәҫәлән, Өфө районының Подымалов ауылынан Венера Асфаганова ҡурсаҡ тураһында хыяллана, Стәрлетамаҡтан Матвей Ғәлиуллин машинист булып эшләп ҡарарға теләй, Октябрьскийҙан Михаил Долматов – трансформер, Салауат районының Лаҡлы ауылынан Камил Хәйретдинов тимер юл тураһында хыяллана.

Айзилә Ишморатова үҙенә – көтөлмәгән бүләк, ҡустыһына өҫтәл футболы һораны. Уларҙың атаһы МХО биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған.

 

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас