Сарала баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев ҡатнашты. Ул ойоштороусылар һәм кешеләр менән аралашҡандан һуң, хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә эттәрҙе йөрөтөү өсөн махсус майҙандар булдырырға ҡушты. Һәм бындай сара Өфөлә ай һайын үтеп торасаҡ.
"Урмансылар" паркында үткән был акция берәҙәк эттәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо. Ҡатнашыусыларға приютта тәрбиәләнеүсе эттәр менән йөрөргә, теләктәре буйынса уларҙы үҙҙәренә алырға йәки таныштарына тәҡдим итергә мөмкинлек бирелде. Ветклиника белгестәре бушлай консультация үткәрҙе, ә Дрессировка үҙәге йәнлектәрҙе ҡулға эйәләштереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Сараға килеүселәрҙең күбеһе "күстәнәс" менән килгәйне - улар приютҡа эттәр өсөн махсус аҙыҡ тапшырҙы.