«Дүрт УАЗ автомобиле ( 3-һен «Роснефть» нефть команияһы акционерҙар йәмғиәте тапшырҙы , 1-һе Благовещен районыныҡы) , арба-прицеп, посылкалар, рабица селтәре,төҙөлөш материалдары, генераторҙар, тәгәрмәстәр, инструменттар, йылы кейемдәр, көнкүреш кәрәк-ярағы, аҙыҡ-түлек алып барҙыҡ. Быларҙың барыһын да район халҡы – ирекмәндәр, предприятие - ойошма коллективтары, эшҡыуарҙар йыйҙы, эшләне, һатып алып бирҙе.
Егеттәр беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Уларҙың кәйефтәре хәрбиҙәрсә. Һәр береһе менән ғорурланабыҙ. Яҡташтарыбыҙ туймазыларға ярҙамдары, тылда ныҡлы терәк булғандары өсөн рәхмәт әйтә», – тип яҙған социаль селтәрҙә гуманитар ярҙамды оҙатып алып барыусы Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусин.
Фото: Туймазы районы хакимиәте.