Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабря 2024, 14:30

Бөгөн Владимир Путин ҡатнашлығында М-12 «Көнсығыш» трассаһының яңы өлөшө асылды

Был турала Башҡортостан Башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге битләүендә хәбәр итте.   

"Бөгөн беҙ Владимир Владимирович Путин ҡатнашлығында М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостан территорияһы буйлап үткән участкаһын файҙаланыуға индерҙек. Был юл республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Өфөнән Мәскәүгә был яңы трасса буйынса 1,5 тапҡырға тиҙерәк барып етергә мөмкин. Бөгөн асылған участок биш тораҡ пунктты урап үтеп төҙөлгән. Элек федераль трасса был ауылдарҙы киҫеп, халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра ине. Хәҙер был булмаясаҡ. Федераль юл агентлығына, «Автобан» компанияһына рекордлы срокта яңы юл төҙөгән өсөн рәхмәт белдерәм. Бөтә республиканан Президентыбыҙға шәхсән рәхмәт әйтәм – Башҡортостан территорияһы буйлап трасса һалырға ҡарар иткәне һәм бөгөн тойған энергия, ярҙам өсөн. Республика хеҙмәт ҡаҙаныштары, бөтә изге башланғыстарға ярҙам күрһәтеү менән яуап бирәсәк," - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас