Дүртөйлө районының Түрбейек ауылында «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса яңы модулле клуб төҙөлгән. Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә һәм Асҡын районының Асҡын ауылдарында кинозалдар яңыртылған. Бынан тыш, Яңауылда капиталь ремонттан һуң балалар сәнғәт мәктәбе асылды, ә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында республика бюджеты ярҙамы менән интерактив уйын залы булдырылды.
Муниципалитет башлыҡтары, учреждение етәкселәре һәм халыҡ яңы мәҙәни объекттар өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.