Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабря 2024, 15:30

Республика Башлығы «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһында ҡатнашты

Радий Хәбиров Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында ҡуйылған шыршынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған биш Яңы йыл шарын алды.  

Республика Башлығы «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһында ҡатнаштыРеспублика Башлығы «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһында ҡатнашты
Республика Башлығы «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһында ҡатнашты

Уларҙағы теләктәр бик ябай, әммә уларҙа мөғжизәгә ышаныс бар. Стәрлетамаҡтан биш йәшлек Матвей – машинист ролендә булып ҡарарға, Салауат районының Лаҡлы ауылынан һигеҙ йәшлек Камил – уйынсыҡ тимер юлы, Өфө районының Подымалов ауылынан өс йәшлек Зарина – яңы ҡурсаҡ, Октябрьскийҙан ете йәшлек Михаил трансформер тураһында хыяллана. Яңы йылға тағы бер теләк – Өфөнән 16 йәшлек Айзиләнән. Ул үҙе өсөн – бүләк-сюрприз, ә 10 йәшлек ҡустыһына «Өҫтәл футболы» уйыны хаҡында яҙған. Балаларҙың атаһы махсус хәрби операцияла һәләк булған.

– Был яҡшы һәм дөрөҫ йола. Төрлө сәбәптәр арҡаһында балаларға һәр ваҡыт бүләк яһап булмай, ә беҙ уларҙың теләктәрен үтәүҙә ярҙам итергә әҙербеҙ. Акцияла мин генә ҡатнашмайым. Республика Хөкүмәте ағзалары ла, муниципалитет башлыҡтары ла шыршынан балаларҙың теләктәрен алды, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Миңә Айзилә һәм уның ҡустыһының шары тура килде. Уларҙың атаһы махсус хәрби операцияла һәләк булған. Мин уларҙың һәм балаларҙың теләктәрен мотлаҡ үтәйәсәкмен.

«Теләктәр шыршыһы» хәйриә проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса старт алды. Уның маҡсаты – етем, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларының Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас