Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабря 2024, 07:00

Рәсәйҙә күп ҡатынлыҡҡа рөхсәт бирелде

Документҡа ярашлы, мосолман ир барлыҡ хәләлдәренә ҡарата ғәҙел һәм тигеҙ мөнәсәбәт күрһәткән осраҡта дүрт никахҡа инә ала.  

Рәсәйҙә күп ҡатынлыҡҡа рөхсәт бирелдеРәсәйҙә күп ҡатынлыҡҡа рөхсәт бирелде
Рәсәйҙә күп ҡатынлыҡҡа рөхсәт бирелде

Рәсәй мосолмандары Диниә назараты мосолмандарға дүрт никахҡа рөхсәт бирҙе. Диниә назаратының Ғөләмәләр шураһы киңәйтелгән ултырышы 18 декабрҙә үтеп, унда был турала ҡарар ҡабул ителде. Рөхсәт тураһында Мәскәү мөфтие, Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Илдар Әләүетдинов хәбәр итте.

- Әгәр ир менән ҡатындың сәләмәтлеге бала табырға мөмкинлек бирмәһә, репродуктив йәш уҙһа, ир менән ҡатын сексуаль яҡтан тура килмәһә, йәки башҡа объектив сәбәптәр булһа, күп ҡатынлылыҡ рөхсәт ителә. Ҡатындың бала табырға теләмәүе лә иҫәпкә алына, - ти Илдар хәҙрәт. - Ир барлыҡ ҡатындарын да бер тигеҙ матди тәьмин итергә, уларҙың һәр ҡайһыһына торлаҡ бирергә, барлыҡ ҡатындары менән бергә килешелгән сират буйынса бер тигеҙ ваҡыт үткәрергә тейеш. Әгәр был харттар үтәлмәһә рөхсәт бирелмәй. Шулай уҡ никахлы ғаиләһе булған ир ҡатынына - тағы ла никахҡа уҡытырға теләүен, буласаҡ ҡатынына тәүге никахы барлығын хәбәр итергә бурыслы. Тағы ла шуны оноторға ярамай: буласаҡ ҡатынының балалары булһа, ир уларҙың барыһын да уллыҡҡа алырға, уларға ноториаль рәүештә васыят рәсмиләштерергә тейеш. 

Әммә күп ҡатынлылыҡ тик дини ойошмаһы тарафынан ғына рөхсәт ителде. Ә юридик яҡтан ул Рәсәй Федерацияһының Ғаилә закондары нормаларын алыштыра алмай. Тимәк, закон ЗАГС органдарында махсус таныҡлыҡ биргән никахты ғына таный...

 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас