Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2024, 14:30

Пермь башҡортона һәйкәл асылды

Исмәғил Тасимов шәхесен ике төбәк халҡы ла ихтирам итә.  

Пермь башҡортона һәйкәл асылдыПермь башҡортона һәйкәл асылды
Пермь башҡортона һәйкәл асылды

Пермь ҡалаһында, Халыҡтар дуҫлығы форумына ярашлы, Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе Тау институты биләмәһендә Рәсәйҙең тау сәнәғәте эшмәкәре, Санкт-Петербургта тау училищеһын булдырыу инициаторы Исмәғил Тасимовҡа бюст асылды.

Шулай уҡ “Исмәғил Тасимовтың һәм Пермь башҡорттарының тау эшен үҫтереүгә индергән өлөшө” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Унда урындағы милли йәмәғәт берләшмәләре етәкселәре, Пермь крайы губернаторы хакимиәте вәкилдәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Пермь федераль тикшеренеү үҙәге Тау институты ғалимдары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Пермь башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, урындағы башҡорт йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре ҡатнашты. Сығыш яһаған һәр кем Исмәғил Тасимовтың тау сәнәғәте эшен булдырыуға, артабан Рәсәйҙә тау инженерҙары ҡатламын булдырыуға индергән өлөшөн юғары баһаланы, ул – башҡорт халҡының ғорурлығы, маяғы, тип билдәләне.

 

Сығанаҡ: "Ҡоролтай" төркөмөнән.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас