Урындағы ваҡыт менән 11.00 сәғәткә:
- Һәләк булыусылар теркәлмәгән.
- Һигеҙ БПЛА осошо теркәлгән. Берәүһе - сәнәғәт предприятиеһына, алтауһы - торлаҡ массивына. Берәүһе йылға өҫтөнә төшкән.
- Ҡазан аэропортты ваҡытлыса самолеттар ҡабул итмәй һәм осоуҙар кисектерелә.
- Ҡазандың Совет районы мәктәптәрендә эвакуация - балаларҙы подвалдарға төшөргәндәр.
- Тораҡ массивтарынан эвакуацияланған кешеләр өсөн ваҡытлыса ял итеү урыны һәм ҡайнат туҡланыу ойошторолған.
- БПЛА атакаһы ваҡытында үтәлергә тейеш булған ҡағиҙәләр менән белешмә әҙерләнде, яҡын арала барлыҡ ойошмаларҙа һәм уҡыу йорттарында тағы ла хәүефһеҙлек буйынса дәрестәр үтәсәк.
- Бөгөн һәм иртәгә хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатында Татарстан Рәйесе ҡарары буйынса Ҡазанда барлыҡ мәҙәни саралар, байрамдар үткәрелмәй. Йыл ваҡиғаһы тип һаналған "Татар йыры" концерты ла кисектерелде.