Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2024, 05:00

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Күңелле йырҙан кәйеф күтәрелә! 

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Ай, афариндар!

Һәр кемгә ҡыуаныслы, уңышлы көн теләйбеҙ!

Сәй эсерәм!
Сәйһеҙ эш бармай, беләм.
Баллап, майлап сәй эскәндә
Сир-сырхау ҡаса беҙҙән.
Самауырҙы йыҡҡансы,
Таҫтамалды һыҡҡансы,
Эсәйек әле тәмле сәй
Маңлай тире сыҡҡансы.
Эй, эсәбеҙ, эсәбеҙ
Ҡайҙа беҙҙең кәсәбеҙ
Кәсә тулы сәй генә,
Сәйхур ғына кеше беҙ.
Башҡорт сәй эсмәй булмаҫ,
Сәй эсеүҙән һис туймаҫ,
Бүтән эштәр көтөп торһон
Түргә самауыр ҡунғас.
Күрше менән күрешеп,
Хәл-әхүәлде белешеп,
Сөкөр-сөкөр-сөкөрҙәшеп
Бер самауыр сәй эсеп,
Матур хәбәр һөйләйек.
Ҡыҙыҡтарға көләйек.
Самауырҙың шыжлауына
Ҡушылып көй көйләйек.
Сәйле тормош-көйлө тормош,
Көйһөҙлөктө белмәйек.
Миләүшә Ҡыҙрасова

Фото һәм видео: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас