Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2024, 12:00

Пособие ҡасан күсә?

Рәсәйҙә ғаиләләргә «балалар аҡсаһы» 25 декабрҙә күсәсәк.  

Пособие ҡасан күсә?Пособие ҡасан күсә?
Пособие ҡасан күсә?

Был хаҡта Рәсәйҙең Социаль фондынан хәбәр иттеләр. Бына ул пособиелар:

— 17 йәшкә тиклемге балаларға һәм йөклөлөк буйынса берҙәм пособие,

— эшләмәгән ата-әсәгә баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие,

— 3 йәшкә тиклемге беренсе балаға айлыҡ пособие,

— саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткәрҙең балаһына айлыҡ пособие,

— баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие (декретта ултырған ата-әсә йәки эшләп йөрөгән ата-әсә исеменә юлланған).

«Аҡса көн дауамында күсә. Әгәр иртән пособие килмәһә, кискә тиклем көтөргә кәрәк.

Почта аша иһә түләү ғинуарҙа башҡарыла һәм Рәсәй почтаһы бүлексәләренең эш графигы буйынса 25-енә тиклем дауам итә.

Шулай уҡ ғаиләләргә әсәлек капиталынан 3 йәшкәсә балаларға айлыҡ түләүҙе 25 декабргә тиклем күсерелә», — тип белдерә Рәсәй Социаль фонды.

Ғинуар өсөн пособие ғәҙәти график буйынса февралдә күсә. Ғәҙәттә берҙәм пособие айҙың — 3-сө, ә әсәлек капиталынан аҡса 5-се көнөндә түләнә. Түләү көндәре байрамдарға һәм ял көндәренә тура килгән осраҡта, фонд аҡсаны ваҡытынан алда күсерә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас