Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2024, 10:55

Хөкүмәттә кемдәр эшләйәсәк?

  БР  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  депутаттары  быйылғы һуңғы пленар ултырышта республика Башлығына Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьерҙарын, министрҙарын тәғәйенләүгә ризалығын бирҙе.  

Хөкүмәттә кемдәр эшләйәсәк?Хөкүмәттә кемдәр эшләйәсәк?
Хөкүмәттә кемдәр эшләйәсәк?

Рөстәм Моратов республика Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры итеп тәғәйенләнә. Урал Килсенбаев Хөкүмәттә беренсе вице-премьер дәрәжәһендә эшләй. Азамат Абдрахманов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – хөкүмәт аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Илшат Фәзрахманов һәм Александр Шельдяев вице-премьерҙар вазифаһында ҡала (ауыл хужалығы, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлыҡтары етәкселәре). Ирек Сәғитов та вице-премьер вазифаһын һаҡлап ҡалды. Премьер-министр урынбаҫарҙары араһында яңы кеше лә бар. Ул – Стәрлетамаҡтың элекке мэры Рөстәм Ғәзизов. Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәҙер хөкүмәттә вице-премьер статусында эшләй.

БР Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволарының етәкселәрен дә раҫланы.

Маргарита Болычева – БР  тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры ;

Ирина Голованова – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры ;

Айрат Рәхмәтуллин – БР һаулыҡ һаҡлау министры ;

Әминә Шафиҡова – БР мәҙәниәт министры  ;

Марат Шәрәфетдинов – БР урман хужалығы министры ;

Илдар Мәүлетбирҙин – БР мәғариф һәм фән министры ;

Зөһрә Гордиенко – БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры ;

Нияз Фазылов – БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры ;

Ленара Иванова – БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры ;

Руслан Хәбибов – БР спорт министры ;

Геннадий Разумикин – Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы  үҫеш министры ;

 Азат Йыһаншин –  Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе. 

Владимир Спеле – Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе ;

Гөлшат Арыҫланова – Башҡортостандың  Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе ;

Вито Сабиров – Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе  ;

Урал Искәндәров – Башҡортостандың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе ;

Наил Шәрәфетдинов –  Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе ;

Кирилл Первов – Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе  ;

 Максим Ульчев – БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе  ;

 Салауат Ҡолбахтин – Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе ;

 Илһам Фәтҡуллин –  Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы.

Финанс, төҙөлөш, сауҙа, транспорт министрҙары, дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе рәйесе әлегә ваҡытлыса  вазифаларын башҡарыусы булараҡ эшләй.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас