Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабря 2024, 11:31

Финанс хеҙмәткәрҙәре уяу!

Финанс хеҙмәткәрҙәренең уяулығы республикала йәшәүсе ике кешене мутлашыусылар селтәренән ҡотҡарған.

Финанс хеҙмәткәрҙәре уяу!Финанс хеҙмәткәрҙәре уяу!
Финанс хеҙмәткәрҙәре уяу!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегенә 32 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ғариза биреүсене алдау МТС-тың элемтә операторының шылтыратыуынан башлана, ул сим-картаны хеҙмәтләндереү килешеүен туҡтатыу тураһында хәбәр итә һәм уны оҙайтыу өсөн смс-хәбәрҙән кодты әйтергә һорай. Ҡатын смс-хәбәрҙәге кодты әйтеп, енәйәтселәргә мобиль банкка инеү мөмкинлеген бирә.

Ҡатындың ышанысы менән файҙаланып, аферист 500 мең һумлыҡ кредит алыу өсөн ғариза яҙа. Әммә ул ниәтен тормошҡа ашыра алмай, сөнки аҡса күсереү операцияһы банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте тарафынан туҡтатыла.

Мәләүез районынан 55 йәшлек иргә "курьер фирмаһы хеҙмәткәре" шылтыратып, уның исеменә документтар килеүен һәм уларҙы алыу өсөн смс-тағы кодты әйтергә кәрәк, ти. Күрһәтмәләрҙе үтәгән ир енәйәтселәргә шәхси мәғлүмәттәренә инеү мөмкинлеген бирә. Артабан ялған "банк хеҙмәткәре" шылтырата, ул енәйәтселәр аҡсаны урламаһын өсөн "ҡаршы" кредит алырға күндерә. 500 мең һумға кредит алып, ир уларҙы мутлашыусылар иҫәбенә ебәрергә әҙер була, әммә банк хеҙмәткәрҙәренең уяулығы арҡаһында артабанғы ғәмәлдәренән туҡтатыла.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәренән шылтыратыу булһа - трубканы ҡуйығыҙ. Муттар ялған номерҙар ҡуллана ала. Бер ниндәй осраҡта ла карта реквизиттарын һәм телефонығыҙға килгән смс-кодтарҙы бирмәгеҙ. Һаҡ булығыҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас