Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2024, 09:00

Беҙ нисек тере ҡалдыҡ икән?!

Бала саҡта бура башында баҫтырышмаҡ уйнау, гудрон сәйнәү, аяҡ аҫтында нимә бар - шуны йыумай ашау, автомобиль покрышкаларын яндырып тәгәрәтеү кеүек экстремаль уйындар менән бер рәттән ҡышын тракторҙың кәбәнде һөйрәтеп барғанын күреү менән бесәнгә эләгеп, шыуып ҡайтыуҙарҙы өлкән һәм урта быуын вәкилдәре яҡшы хәтерләйҙер. Үҙебеҙ ҙә үтә теремек, сос булғанбыҙҙыр, йәрәхәтләнеп ятыусы юҡ ине, һәр хәлдә барыбыҙ ҙа тере ҡалдыҡ, шөкөр. Хәҙерге заман балалары машинаға йәбешеп шыуалар икән. 

Беҙ нисек тере ҡалдыҡ икән?!Беҙ нисек тере ҡалдыҡ икән?!
Беҙ нисек тере ҡалдыҡ икән?!

Благовещенда бәлиғ булмағандарҙы автомобиль бамперына эләктереп йөрөгән водитель яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Социаль селтәрҙәргә мониторинг барышында ватан автомобиле водителенең балаларҙы хәүеф аҫтына ҡуйып, уларҙы бамперға йәбештереп йөрөтөүен күрһәткән видеояҙма табылған.

Был видео буйынса Рәсәй Эске эштәр идаралығының Благовещен районы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә һәм ВАЗ-2107 водителенең шәхесен асыҡлай. 23 йәшлек егет инспекторҙарҙы таныштарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайынса, яй ғына йөрөгәненә ышандырырға тырыша. Полиция хеҙмәткәрҙәре уға бындай күңел асыуҙарҙың хәүефле эҙемтәләрен аңлата. Ҡағиҙә боҙоусыға ҡарата ДАИ хеҙмәткәрҙәре административ материал төҙөгән.

- Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, пассажирҙарҙы транспорт салонынан тыш ташыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән тыйыла. Был водителдәрҙең яуаплылыҡҡа тарттырылыу ҡурҡынысы ғына түгел, ә кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн дә реаль хәүеф тыуҙыра, - тиелә рәсми хәбәрҙә.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001716757225

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас