БР Шаран районының Ирекмәндәр хәрәкәте үҙәгенең әүҙем ирекмәне, Миңлеғәли Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабының хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса гуманитар конвой водителе, Йәш депутаттар ассоциацияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Рәмил Вәли улы Тимербулатов тыуған илебеҙҙе яҡлау өсөн май айында махсус хәрби операцияға юлланғайны. Яңыраҡ ялға ҡайтып, бөгөн ул киренән МХО-ға юлға сыҡты.
Һәр атай, һәр ул яуҙарҙан имен-һау ҡайтһын!
АТАЙ
Әсәй тураһында күп яҙҙым мин.
Атай ҡалған һаман ситтәрәк.
Тик атайҙан ҡалған һөйөү нуры
Мине иткән, ахыры, иркәрәк.
Яратыусы йән иткән ул мине,
Серен асҡан миңә донъяның.
Яратыуҙан уны яралғанмын,
Уға һоҡланыуҙан тыуғанмын.
... Һабантуйҙа атай эргәһендә
Эй йөрөнөм эре анау саҡ.
Атай ойоштора ярыштарҙы,
Атай минең шундай дан, алсаҡ!
Атай минең шундай матур кеше,
Атай минең шундай аҡыллы!
Ғорурмын да, әҙерәк шөрләйем дә,
Атай һәр нәмәгә таһыллы.
...Ана, аттар саба!.. Атайымдың
Ҡара айғыры ла бындамы?
Ул ал бирә белмәҫ башҡаларға,
Уға тейер микән мал даны?
Тау түбәнен төшһә, ваҡ-ваҡ атлап,
Тау үренә сабып менә ул.
Атайымды ғына аңлай һымаҡ,
Атайымдай һомғол миңә ул.
Сабыш аттарының һулышы ныҡ,
Һыбай елгән егет, абай бул.
Теләгеңә етеҙ еткеререр ул,
Наҙлы бул һин уға, ябай бул!
Ул күренде!.. Ҡара айғыр алға
Йомолоп оса, йөҙөп барғандай!
Һаай, елдәре! Һауа ағымы ла
Уға ҡаршылашып арығандай.
Мин ҡысҡырҙым: “Атай, ҡара айғыр!
Ҡара, ҡара, беҙгә ҡараны!”
Ҡара айғыр сайҡалғандай булды,
Һиҙеп һөйөү тулы араны!
Атай ҡаты ғына киҫәтеүле
Ҡараш ташлап алды ҡыҙына.
“Ярамай бит, ат һиҫкәнер, ҡыҙым!”
Бәйге уның һайын ҡыҙҙы ғына!..
Моғайын, ул алдан килгәндер ҙә –
Алдынғылыҡ беҙгә булмаҫ ят.
Бар ғүмергә һабаҡ бирҙе миңә
Ярыш ҡыҙыуында ярһыу ат.
Нимәнелер һин алдыңа алһаң,
Маҡсатыңа етмәй туҡтама.
Юлыңдағы ҡый-һай нәмәләргә,
Илтифатың бүлеп, уҡталма.
Ҡыҙыу саҡта һуғып тимереңде,
Бәйге ыҙғарында күмерлән.
Атайҙарҙың алтын аҡылдары
Артып ҡалыр беҙҙең ғүмерҙән!
Тамара Искәндәриә
Фото: https://vk.com/id139188819?from=search