Иркенән мәхрүм итеү урындарынан бушатылғандар бында бушлай психологик ярҙам, документтар тултырыуҙа ярҙам һәм түләүҙәр, һөнәри белем алыу һәм эшкә урынлашыу, социаль файҙалы бәйләнештәрҙе тергеҙеү һәм формалаштырыуҙа булышлыҡ итә аласаҡ. Яңы үҙәк Өфө ҡалаһы, Ҡулса урамы, 47Б йорто (элекке Өфө художество-гуманитар колледжы бинаһы) адресы буйынса урынлашҡан.
– Һынау үҙәгендә йыл һайын 40-ҡа яҡын кешегә ярҙам күрһәтеләсәк. Улар – социаль бәйләнештәре тулыһынса юғалған һәм кире әйләнеп ҡайтыр урындары булмаған кешеләр. Бында төрмәнән сыҡҡандар 11 айға тиклем йәшәй ала. Ошо ваҡыт эсендә уҡыу курсы үтергә йәки квалификацияларын күтәрергә, эшкә урынлашырға, торлаҡ табырға - бер һүҙ менән әйткәндә, ғәҙәти йәшәү рәүешенә инергә мөмкин. Һынау үҙәге республика бюджеты иҫәбенә эшләйәсәк, – ти Федераль закон положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса махсус ведомство-ара комиссия етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азамат Абдрахманов.
Башҡортостан һынау үҙәктәре булдырыу буйынса 11 пилот төбәктең береһе булды.